Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы! Баймаҡ районы хакимиәте 20 ноябрҙә район халҡын Һаҡмар йылғаһы ярҙарын һәм яр буйы биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса «Таҙа Һаҡмар» экологик акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Башлана 14.00 сәғәттә. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр айырыуса әүҙемлек күрһәтер, тип ышанабыҙ.