Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

💥"Шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай", «шишәмбе, шәмбе көндәре күлдәк киҫергә, тырнаҡ алырға, кер йыуырға ярамай

💥"Шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай", «шишәмбе, шәмбе көндәре күлдәк киҫергә, тырнаҡ алырға, кер йыуырға ярамай» һ.б. Ҡайҙан килә һуң был тыйыуҙар? Әлбиттә, күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған. 📿Пәйғәмбәрҙән шишәмбе хаҡында һорағандар. Пәйғәмбәр: «Был ҡан көнө, ҡан ҡойош», – тигән. Был көндө әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһүнең беренсе тапҡыр күреме килә башлай, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил Һабилде үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе, пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай. Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Сөнки, был көндө бер ваҡыт арауығы бар, шул

💥"Шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай", «шишәмбе, шәмбе көндәре күлдәк киҫергә, тырнаҡ алырға, кер йыуырға ярамай» һ.б. Ҡайҙан килә һуң был тыйыуҙар? Әлбиттә, күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған.

📿Пәйғәмбәрҙән шишәмбе хаҡында һорағандар. Пәйғәмбәр: «Был ҡан көнө, ҡан ҡойош», – тигән. Был көндө әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһүнең беренсе тапҡыр күреме килә башлай, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил Һабилде үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе, пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай.

Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Сөнки, был көндө бер ваҡыт арауығы бар, шул мәл ҡан сығарыу менән тап килһә, ул ағыуынан туҡтамай, һәм кешенең үлеүе ихтимал, тигән пәйғәмбәребеҙ.

Шишәмбелә Аллаһ Тәғәлә тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Ул Ғазраил фәрештәгә, кешеләрҙең йәндәрен алыусы һин булырһың, тигән. Шишәмбелә ожмахтан Иблесте ҡыуып сығарған. Был көндө Әйүп пәйғәмбәр бәләгә тарыған. Икенсе фараз буйынса, ул шаршамбыла булған.

Әлбиттә, Хоҙайҙың бар көнө лә яҡшы. Әммә һәр кемдең күңелендә бала саҡтан "ҡоро" йәки "уңышһыҙ" тигән көндәр булалыр.