Көрәш – башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Элек-электән ул халыҡ һәм дини байрамдарҙың матур йәме булған. Бөгөн дә ул спорт һөйөүселәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, күптәр уның менән даими шөғөллнә. Ошо шәмбе һәм йәкшәмбе Салауат ҡалаһындағы “Нефтехимик” спорт һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры үткәрелә. Ярыштар 10 сәғәттә башлана, ә сараны асыу тантанаһы 12 сәғәттә була. Генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов Башҡортостанда көрәште һәм дзюдоны популярлаштырыуға тос өлөш индерҙе. Уның иҫтәлегенә арнап ойошторолған турнирҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар ҡатнаша. Әйткәндәй, был спорт сараһы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Уны үткәреү республика өсөн изге йолаға әйләнде. Бында иң яҡшы спортсылар ярышып ҡына ҡалмай, күренекле шәхесебеҙҙе лә иҫкә ала һәм был спорт төрөн тағы ла таратыуға ҙур өлөш индерә. Ә Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов ысын илһөйәр ине, нисек йәшәргә һәм эшләргә тейешлеккә сағыу миҫал булды. Ул Ватан