Бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһында Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының сираттағы киңәйтелгән съезы һәм “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт– уртаҡ яҙмыш” тигән XVI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция эшен башланы. Сара Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе шәйхелислам Тәлғәт Сафа Тажетдиндың Дингә һәм Ватанға хеҙмәт итеүенең 45 йыллығына арналды. Конференция уның тәбрикләү һүҙҙәре менән башланып китте. Сығышынан һуң Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты тыныслыҡты һәм халыҡтар араһындағы татыулыҡты нығытҡан өсөн Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының “Дин һәм Намыҫ” ордены менән наградланы, ә Радий Фәрит улы уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Сараны тантаналы асыу барышында шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон, Байхрейндан, Мысырҙан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. “Тап ошонда, Өфөлә, ике быуат элек Рәсәйҙең рәсми тарихи ислам үҙәге асылған, – тине үҙенең тәбрикләү сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Зама