Стәрлетамаҡ – Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса республикала икенсе урынды биләгән матур һәм ҙур сәнәғәт ҡалаһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһына бөгөн Эмиль Владиславович Шәймәрҙәнов етәкселек итә. Ул – Башҡортостандағы иң йәш муниципалитет етәксеһе. Әйткәндәй, Эмиль Владиславовичтың был вазифала эшләүенә ошо көндәрҙә бер йыл тулды. Шуны билдәләргә кәрәк, Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала мэры итеп тәғәйенләнгән көндә үк трибунанан уның өсөн иң төп бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү икәнлеге тураһында белдерҙе һәм яңы эш башлағас та тиерлек ул, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып, яҡташ яугирҙәр янына юлланды. Әйткәндәй, бөгөн дә стәрлетамаҡтар уларҙы ярҙамдан өҙмәй. Ҡалала тарихи үҙәкте реновациялау, турист-рекреация биләмәһе булдырыу һәм автор музейҙарын үҫтереү буйынса проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла, был туристар ағымының артыуына һәм инвестициялар йәлеп итеүгә килтерә. Ошо һәм башҡалар тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович ШӘЙМӘРҘӘНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Эмиль Владиславович, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы нисек йәшәй? - Стәрлетамаҡ ышаныслы тиҙлек менән үҫешә һәм төҙөкләндерелә. Ә был, минеңсә, һәр үҫешкән муниципалитет өсөн иң мөһим билдә. Өҫтәүенә төҙөлөштә беҙ, өлкән ҡалаларҙағы кеүек, комплекслы үҫешкә күсәбеҙ. Ошондай уҡ принцип менән ҡаланың көньяҡ өлөшөндәге Яр буйы биҫтәһе төҙөкләндерелә, йәнә көньяҡ-көнбайыш өлөштәге Йәйғор биҫтәһен сафҡа индерәсәкбеҙ. Бер нисә йылдан бындағы 185 гектар майҙанда күп фатирлы йорттар ҡалҡып сығасаҡ, ә уларҙың эргәһендә генә мәктәптәр, балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәптәре һәм башҡа социаль объекттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Р-240 трассаһынан Стәрлетамаҡҡа ингән урынды матурларға уйлайбыҙ. Стәрлетамаҡ мәғариф һәм мәҙәниәт үҫешкән ҡала булып ҡала. Ул уңайлы һәм төрлө ваҡиғаларға бай булһын өсөн халыҡтың барлыҡ ҡатламдары – төрлө йәштәгеләр һәм һөнәр эйәләре өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Өс сифат мөһим тип иҫәпләйем: һәр ҡалала йәшәүселәргә уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡ булырға тейеш. Кеше яҡшы, һөҙөмтәле эшләй һәм матур ял итә алһын өсөн ҡалала һәр нәмә мәғәнәле, файҙалы булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беҙҙә һәр йәһәттән Стәрлетамаҡтың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән әүҙем кешеләр йәшәй. Был – иң көслө яғыбыҙ. - Иҡтисад – һәр ҡаланың төп тармаҡтарының береһе. Стәрлетамаҡта был өлкәнең төп өлөшөн сәнәғәт тәшкил итә. Бынан тыш, химия, нефть химияһы, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтар үҫешкән... - Иҡтисад тураһында һүҙ йөрөткәндә, был тармаҡҡа, тотош илдәге кеүек, әлеге геосәйәси хәл йоғонто яһай. Әммә был ҡул ҡаушырырға сәбәп түгел. Киреһенсә, ҡалалағы предприятиелар сеймалдың һәм әҙер продукцияны һатыуҙың альтернатив баҙарҙарын таба. Ә ҡайһы берәүҙәр йәһәтенән был хәл үҫеш өсөн этәргес көскә әүерелде. Быйылғы ете ай һөҙөмтәләренә ҡарағанда, тауар ташыу һәм хеҙмәт күрһәтеү 112,6 миллиард һум тәшкил итте һәм, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 9,9 процент булды. Һәр ваҡыттағыса, сәнәғәт алда бара – был һан 92 процент тәшкил итә. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ сәнәғәт ҡалаһы булып ҡала. Тағы төп капиталға инвестицияларҙың 62,5 процент үҫешен күҙәтәбеҙ. Стәрлетамаҡта дөйөм суммаһы 26,4 миллиард һум тәшкил иткән 232 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Һәр ваҡыттағыса, эшҡыуарҙар берҙәмлеге көслө. Әйткәндәй, йүнселдәрҙең һаны артҡандан-арта. Хәҙер бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 8300 вәкиле бар. Шуныһы һөйөнөслө: улар халыҡты яңы эш урындары менән тәьмин итә, эшҡыуарлыҡ социаль йүнәлешле була бара. Сауҙа тармағы ла иҡтисадтың мөһим өлкәһе: тиккә генә Стәрлетамаҡта сауҙагәрлек йолалары элек-электән үҫешмәгән. Күптән түгел генә беҙ “Башҡортостан Республикаһының ҡулланыусылар баҙары” бәйгеһенең “Иң шәп йәрминкә” һәм “Иң шәп магазин” номинацияларында еңеүсе булдыҡ. Быға тиклем тотош Рәсәй буйынса үткәрелгән конкурста “Иң шәп ауыл хужалығы йәрминкәһе” һәм “Иң яҡшы сауҙа фестивале” номинацияларында еңеү яулағайныҡ. Ҡала унда йәшәүселәргә уңайлы, шулай уҡ туристар өсөн йәлеп итерлек булһын тип тырышабыҙ, шуға күрә иң тәүҙә туризмды үҫтерәбеҙ. Һөҙөмтәлә был хәл төп йүнәлештәренең береһе креатив иҡтисад булған ошо тармаҡҡа ыңғай йоғонто яһай. - Эмиль Владиславович, Стәрлетамаҡ һәр саҡ иң төҙөкләндерелгән ҡалаларҙың береһе булды. Бөгөн был йәһәттән ниндәй эштәр атҡарыла? - Ысынлап та, Бөтә Рәсәй конкурстары һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ төҙөкләндереү йәһәтенән ике алтын һәм дүрт көмөш миҙал яулаған ҡала булараҡ танылды. Нисә йыл инде был бәйге үткәрелмәй, әммә ҡала абруйҙы төшөрмәй. Тармаҡта проблемалар аҙ түгел, әлбиттә, әммә Стәрлетамаҡты иң төҙөкләндерелгән ҡалаларҙың береһе, тип ышаныс менән әйтә алам. Рәсәй буйлап күп йөрөгәндәр ҙә быға тиҙ инана. Проблемаларҙы беләбеҙ һәм уларҙы яйлап хәл итәбеҙ. Уңайлы ҡала киңлектәрен булдырыу һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ йылдан-йыл матурыраҡ, уңайлыраҡ, замансараҡ була бара. Әле беҙҙә Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларының яр буйҙары, Содасылар паркы, Салауат Юлаев исемендәге сквер (тарихи майҙан), Киров исемендәге парк төҙөкләндерелде, яңы локациялар барлыҡҡа килә, юлдар һәм тротуарҙар ремонтлана, арт-объекттар ҡуйыла. Маҡсатыбыҙ – Стәрлетамаҡты уңайлыраҡ итеү, унда йәшәүсе төрлө йәштәгеләрҙең ҡалала яратҡан урыны булһын өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Ысынлап та, әле шулай. Был беҙҙе ҡыуандыра. - Мәғариф тармағында ниндәй уңыштар һәм үҙенсәлектәр бар? - Мәғариф тармағы – ғорурлығыбыҙ ул. Уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да ҡаҙаныштары, дөйөм алғанда, ошо тармаҡтың юғары сифаты тураһында һөйләй. Белем биреү системаһының төрлө кимәлдәре араһында “йөйһөҙ” система концепцияһы тормошҡа ашырыла. Уҡытыу процесы ла ҡыҙҙарҙың һәм малайҙар балалар баҡсаһынан һөнәри белем алғанға тиклем ауырлыҡтарҙы тоймайынса үҫһен өсөн ойошторолған. Ҡалала профилле белем биреү системаһы барлыҡҡа килгән. 1-се мәктәп базаһында Башҡортостан дәүләт медицина университетының предуниверсарийының уңышлы эшләүе буласаҡ студенттарҙы-медицина хеҙмәткәрҙәрен сифатлы әҙерләүгә ыңғай йоғонто яһай Республика ҡалалары һәм райондары араһында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһын үткәреүҙе һөҙөмтәле тәьмин итеү йәһәтенән дә Стәрлетамаҡ беренсе тип танылды. Өҫтәүенә Стәрлетамаҡ мәктәптәрен тамамлаусылар көнәркәшлеккә һәләтле: юғары уҡыу йорттрарына инеү юғары – 87,2 процент тәшкил итә. 2024/25 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә 100 балл туплаған 14, шул иҫәптән мульти 100 балл туплаған ике уҡыусы булды. 5-се гимназия уҡытыусыһы Ренар Мөхтәр улы Хәйбуллин Башҡортостандың “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә абсолют еңеүсе тип табылды һәм Бөтә Рәсәй этабында һынауҙарҙы уңышлы үтте, бәйге лауреаты тип танылды. Йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Ҡалала көслө ветерандар хәрәкәте бар. Ул белем биреү ойошмаларында илһөйәрлекте тәрбиләү менән шөғөлләнә. “Ватан”, “ДОСААФ” хәрби-илһөйәрлек берекмәләре базаһында туҡтауһыҙ әҙерлек үҙәктәре эшләй. Профилле кластар – кадет, Росгвардия, полиция, аэройыһан, йәш армеецтар һәм башҡалар бар. - “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы буйынса Һеҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Данат Бикташевтың остазы. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине. - Әйткәндәй, был – файҙалы программа. Ул ысынбарлыҡтан айырылмаған, ҡаһарман һәм яуаплы кешеләрҙе уҡытыу һәм әйҙәүсе кадрҙар позицияһына ылыҡтырырға булышлыҡ итә. Иң мөһиме: улар – Тыуған илебеҙ илһөйәрҙәре. Быны хеҙмәттәре менән дә раҫланылар. Стәрлетамаҡтан ошо программала өс махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар – Олег Конев, Василий Дудник һәм Данат Бикташев. Был егеттәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Данат Ринат улы Бикташев Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Әле ул демобизацияланған, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтендә эшләй һәм бер үк ваҡытта “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса белем ала. Хакимиәт башлығы булараҡ, уға муниципаль хеҙмәт үҙенсәлектәрен күрһәтәм. Данат Ринат улы минең менән бергә барлыҡ кәңәшмәләрҙә лә ҡатнаша. Ҡала объекттарын бергәләп ҡарайбыҙ, көнүҙәк мәсьәләгә ныҡлап “сумһын” өсөн эшлекле сәфәрҙә булабыҙ. Ул барыһын да уңышлы атҡара, үҙе өсөн күп нәмәне тәүгә аса. Данат Ринат улы әйтеүенсә, элек, ҡәҙимге кеше булараҡ, барыһы ла ябай тип уйлаған. Әммә муниципалитетта эш һәр ваҡыттағыса күп, әммә беҙ кешеләргә яҡынбыҙ. Был осраҡта иғтибар, көс һәм күңелеңде ихлас һалып эшләү мөһим. - Республиканың башҡа ҡалалары һәм райондары кеүек, Стәрлетамаҡ та махсус хәрби операция башланған осорҙан уҡ яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. - Эйе, ысынлап та, шулай. Стәрлетамаҡ тәүге көндәрҙән үк тотош республика менән берлектә был изге эшкә ҡушылды. Ҡаланан махсус хәрби операция биләмәһенә 16 гуманитар йөк ебәрелде. Был – 33 фура, 520 тоннанан күберәк, дөйөм суммаһы 150 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән гуманитар йөк. Ошо изге эштә предприятиелар, эшҡыуарлыҡ, ветерандар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм вайымһыҙ булмаған стәрлетамаҡтар ярҙам итә. Стәрлетамаҡ, тәүгеләрҙән булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға иҫтәлекле мемориал асты. Әле МХО-лар йортонда урынлашҡан Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Стәрлетамаҡ филиалы һәм Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре комитеты эшләй. Ҡала бина бүлде, унда ремонт эшләнек һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре өсөн уңайлы шарттар булдырылды. - Стәрлетамаҡтың республикалағы башҡа объекттарынан айырмаһы нимәлә? - Тура һүҙле, асыҡ, хеҙмәт яратҡан һәм көслө ихтыярлы стәрлетамаҡтар ҡаланы үҙенсәлекле итә. Уларҙың ошо холоҡ сифаттары эшлекле әңгәмә алып барыу мөмкинлеген дә бирә. Был хәл иһә һәр ваҡыт ҡала яҙмышына ыңғай йоғонто яһай. Стәрлетамаҡтың үҙенсәлеге – власть, эшҡыуарлыҡ, предприятиелар һәм бында йәшәүселәр синергияһы. Һәм, әлбиттә, беҙҙең үҙенсәлекле сауҙагәрлек тарихы һәм бай тарихлы мәҙәниәт. Ҡалаға бәйле һәр проектты тормошҡа ашырғанда бында йәшәүселәр менән эшмәкәрлек итеү төп фактор булып тора, тип әйтергә мөмкин. Тап стәрлетамаҡтар ҡаланы булдыра, уның үҫеш офоҡтарын тәьмин итә. Бында йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып, үҙ һөнәре оҫталарының фекеренә таянып, һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул ителә. Тап ошо маҡсатта барыһы ла проект офистарына берләште. Ҡаланың архитектура йөҙө буйынса совет беренселәрҙән булып барлыҡҡа килде. Уға архитектура белгестәре, урбанистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ябай кешеләр ҡарай. Уларҙың барыһы ла Стәрлетамаҡтың архитектура йәһәтенән йөҙөн – торлаҡ комплексының тышҡы торошонан алып магазин фасадына тиклем билдәләй. Ҡала предприятиелары директорҙары советы сираттағы ҙур структураға әүерелде. Ул ҙур предприятие етәкселәрен, фән, мәғариф, власть вәкилдәрен, йәмәғәтселәрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе. Шуны билдәләргә кәрәк, ҙур һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡаланы идеялар менән генә булышлыҡ итеп ҡалмайынса, уны төҙөкләндереүгә финанс йәһәтенән һиҙелерлек тәьмин итә, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм ҡала сараларын үткәреүҙә ярҙам ҡулын һуҙа. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, етәкселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа – ҡалабыҙҙа йәшәүселәр – ошо башланғыстарға нигеҙ һалыусылар. “Сауҙәгәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале – власть менән ҡалала йәшәүселәр араһында үҙ ара эш итеүҙең тағы бер яҡшы ысулы, тип әйтергә мөмкин. Ул Стәрлетамаҡта туризмды үҫтереү йәһәтенән едти этәргескә әүерелде. Ғәмәлдә бындай миҫалдар күп. - Эмиль Владиславович, күптән түгел Стәрлетамаҡ мэры булып эшләүегеҙгә бер йыл тулды. Һеҙ – республикалағы муниципалитет етәкселәре араһында иң йәше. Ошо ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡ өсөн ниндәй эштәр атҡарып өлгөрҙөгөҙ? - Стәрлетамаҡ мэры вазифаһын атҡара башлағанға тиклем ғәмәлдәр булған һәм тамамлауҙы талап иткән проекттар бар ине. Һәм, әлбиттә, яңыларын да тормошҡа ашырабыҙ. Киров исемендәге паркты, Ленин проспектын, Стәрле йылғаһы буйҙарын төҙөкләндереү эштәрен тамамлайбыҙ. Яр буйы биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөп бөтөп бара. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булһаҡ, “Мәғарифтың мәктәп системаларын заманлаштырыу” капиталь ремонт федераль программаһынан һуң 1-се мәктәпте файҙаланыуға тапшырҙыҡ. 1 сентябрҙә – Белем көнөндә – капиталь ремонттан һуң тағы дүрт мәктәп ишектәрен асты. Бынан тыш, Ағиҙел күпер-дублерын төҙөй башланыҡ. Әйткәндәй, ул – бик мөһим инфраструктура проекты. “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Һанап үтелгәндәр – проекттарҙың бер өлөшө генә. Бөгөн ҡала өсөн йәмәғәт транспорты һәм экология мәсьәләләре иң проблемалы булып ҡала. 1961 йылда тәү тапҡыр троллейбустарҙы рейсҡа сығарған Стәрлетамаҡҡа ошо транспорт төрө паркын яңыртыу көнүҙәк. Был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән эшләйбеҙ. Экология мәсьәләләренә килгәндә, Стәрлетамаҡ һәр ваҡыт сәнәғәт статуслы булды. Әле Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, предприятиелар менән берлектә был проблеманы хәл итергә, анығыраҡ әйткәндә, производствоны яңыртырға уйлайбыҙ. Әлбиттә, барыһын да бер юлы атҡарып сығыр инек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был реаль тормошта мөмкин түгел. Ҡайһы бер мәл финанслау етмәй, икенсе осраҡта бындай вәкәләттәрҙең беҙгә бирелмәгәнлеге асыҡлана. Ошондай осраҡта беҙгә һәр саҡ республика ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәтенә ҡала проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Стәрлетамаҡтар быны һәр саҡ тоя һәм аңлау, рәхмәт тойғоһо менән ҡарай. - Эмиль Владиславович, тулы йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! ҺҮРӘТТӘ: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов. Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Стәрлетамаҡ – Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса республикала икенсе урынды биләгән матур һәм ҙур сәнәғәт ҡалаһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһына бөгөн Эмиль Владиславович Шәймәрҙәнов етәкселек итә. Ул – Башҡортостандағы иң йәш муниципалитет етәксеһе. Әйткәндәй, Эмиль Владиславовичтың был вазифала эшләүенә ошо көндәрҙә бер йыл тулды. Шуны билдәләргә кәрәк, Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала мэры итеп тәғәйенләнгән көндә үк трибунанан уның өсөн иң төп бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү икәнлеге тураһында белдерҙе һәм яңы эш башлағас та тиерлек ул, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып, яҡташ яугирҙәр янына юлланды. Әйткәндәй, бөгөн дә стәрлетамаҡтар уларҙы ярҙамдан өҙмәй. Ҡалала тарихи үҙәкте реновациялау, турист-рекреация биләмәһе булдырыу һәм автор музейҙарын үҫтереү буйынса проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла, был туристар ағымының артыуына һәм инвестициялар йәлеп итеүгә килтерә. Ошо һәм б