Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һеҙҙең яҡта хужабикәгә ҡаҙ майы һоғондороу йолаһы бармы?

Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләй, быға бәйле күп төбәктәрҙә төрлө йола - ырымдар һаҡланған. Мәҫәлән, Йылайыр районында ҡаҙ өмәһендә хужабикәгә ҡаҙ майы һоғондороу бар икән. Нисек тиһегеҙме, ана уҡытыусы - блогер Зөлфирә Таһирова үҙенең сәхифәһендә яҙған. "Ошо көндәрҙә ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй. Быйыл беҙҙең ауылдың халҡынан бигерәк ҡаҙы күп булды. Ҡараһаҙ быуаһында туп-тулы булып йөрөнөләр. Бер эштән ҡайтып киләбеҙ ҙә, быуа тулып йөрөгән ҡаҙҙарға ҡарап, хакимиәт башлығы Рөстәм ағай: "Ауылда кеше әҙ генә, быныса ҡаҙҙы ҡалайтып ашап бөтәбеҙ инде?! "- тип көлдөрөп алғайны. Бына ҡаҙҙарҙы эшкәртергә ваҡыт та килеп етте. Хәләл ризыҡты имен-һау ғына ашарға насип булһын инде.Мин дә, эт саба тип бет саба тигәндәй, был юлы кешенән ҡалмаҫҡа тырышып, ҡаҙҙарымды эш итеп алдым. Быйыл ҡаҙҙы һуңыраҡ алғайным, июль булып китте, был ҡасан эш була инде, тиһәләр ҙә, ҙурайҙылар әле. Бәләкәй саҡтарында береһе лә үлмәне. Матур ғына үҫеп еттеләр. Инде генә эш булғайнылар, иртәнсәк сығып асайым тиһәм, береһе т

Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләй, быға бәйле күп төбәктәрҙә төрлө йола - ырымдар һаҡланған. Мәҫәлән, Йылайыр районында ҡаҙ өмәһендә хужабикәгә ҡаҙ майы һоғондороу бар икән. Нисек тиһегеҙме, ана уҡытыусы - блогер Зөлфирә Таһирова үҙенең сәхифәһендә яҙған. "Ошо көндәрҙә ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй. Быйыл беҙҙең ауылдың халҡынан бигерәк ҡаҙы күп булды. Ҡараһаҙ быуаһында туп-тулы булып йөрөнөләр. Бер эштән ҡайтып киләбеҙ ҙә, быуа тулып йөрөгән ҡаҙҙарға ҡарап, хакимиәт башлығы Рөстәм ағай: "Ауылда кеше әҙ генә, быныса ҡаҙҙы ҡалайтып ашап бөтәбеҙ инде?! "- тип көлдөрөп алғайны. Бына ҡаҙҙарҙы эшкәртергә ваҡыт та килеп етте. Хәләл ризыҡты имен-һау ғына ашарға насип булһын инде.Мин дә, эт саба тип бет саба тигәндәй, был юлы кешенән ҡалмаҫҡа тырышып, ҡаҙҙарымды эш итеп алдым. Быйыл ҡаҙҙы һуңыраҡ алғайным, июль булып китте, был ҡасан эш була инде, тиһәләр ҙә, ҙурайҙылар әле. Бәләкәй саҡтарында береһе лә үлмәне. Матур ғына үҫеп еттеләр. Инде генә эш булғайнылар, иртәнсәк сығып асайым тиһәм, береһе таҡта ярығына башын тығып, аҫылынып тора. Унда нимә ҡарағандыр инде, нисек буйы еткәндер, ике тәпейе ергә лә теймәй. Арсен: "Әсәй, бында суицид булған,"- тигән була. Шунан быуаға сығара башлағайным, әллә нимә ҡыланып, ырғып-һикереп, артҡа ҡолап, икәүһе ятып тәгәрәне. Ҡалғандары имен генә йөрөнө, ризыҡҡа насип булһын.Кисәге көн әсәйем, Резеда еңгәйем, Зилә бикәсем, Гөлфирә апайым, ауылдан Миңлегөл еңгәм килеп ҙур эшемде атҡарып бирҙеләр. Рәмискә ярҙамға Нияз еҙнәһе булды. Рәмис һорай, нишләп, ҡәйнәмдәрҙе йонсотоп әллә ҡайҙан саҡыртып алаһың, ауыл ҡатындарына ғына әйтеп ҡуймай, тей. Мәйтәм, кешене ситтән саҡырһаң, улар оҙаҡ ултырмай, яҙа-йоҙа ашай ҙа, ана, мына әйҙә, ҡайҙа, ҡайттыҡ, тей башлай. Ауылдан саҡырһаң, яйлап ултыралар, тип көләм. Әй, ысынлап та былар һигеҙ тулыр-тулмаҫтан ҡайтып бөттөләр, мин мунса төшөп сыҡҡансы балалар өҫтәлде йыйып, посуданы йыуып бөткән ине. Иртәнсәк инде генә эш башлағайныҡ, ике еңен килештереп төрөп, шапкаһын батыра кейеп, бер күҙе саҡ ҡына күренеп Айзидә ҡыҙым килеп сыҡты ла: "Әсәәәй, чем помочь?"- тип һорап торған була, рәхәтләнеп көлдөк инде бәпәйемә.Бөгөн иртә менән Йылайырға барып, апайыма ҡаҙ йолҡошоп ҡайттым. Быйылға ҡаҙ өмәһе тамам, шикелле.Әй һорарға онотоп торам. Һеҙҙең яҡта хужабикәгә май һоғондороу йолаһы бармы? Беҙҙең яҡта, абайламай ултырған хужабикәнең битенә ҡаҙ майы һөртәләр. Ризығың мул, үҙең һау, донъяң бай, ауыҙың тулы май булһын, тип теләк теләйҙәр. Битең лыс май булып, күҙең генә йылтырап ултыраһың шунан", - тигән Зөлфирә Таһирова. Шулай уҡ битен ҡаҙ менән майлаған кешегә бүләк тә бирәләр икән. Һеҙҙең яҡта бындай йола бармы? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле. Фото һәм сығанаҡ: Зөлфирә Таһирова