Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан - алдынғылар рәтендә

Рәсәйҙә “БумБатл” масштаблы экологик акцияһы дауам итә, ул “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Проекттың төп маҡсаттары – ҡағыҙҙы рациональ ҡулланмауҙы кәметеү һәм ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең экологик мәҙәниәтен формалаштырыу, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Макулатура йыйыу акцияһында илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Иң яҡшы һөҙөмтә өсөн ғаиләгеҙ менән дә көрәшергә мөмкин. Йола буйынса, коллектив зачет балалар баҡсалары, мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары араһында үткәреләсәк. Шулай уҡ ҡағыҙҙы эре производство предприятиелары, бизнес, ритейл һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тапшырасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеген онлайн режимында акцияның рәсми сайтында төбәктәр рейтингы аша күҙәтергә мөмкин. Башҡортостан ҡатнашыусы төбәктәр рейтингында ҙур алға китеш күрһәтә, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 12-се урындан 5-се урынға күтәрелгән. — Әлеге ваҡытта

Рәсәйҙә “БумБатл” масштаблы экологик акцияһы дауам итә, ул “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Проекттың төп маҡсаттары – ҡағыҙҙы рациональ ҡулланмауҙы кәметеү һәм ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең экологик мәҙәниәтен формалаштырыу, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Макулатура йыйыу акцияһында илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Иң яҡшы һөҙөмтә өсөн ғаиләгеҙ менән дә көрәшергә мөмкин. Йола буйынса, коллектив зачет балалар баҡсалары, мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары араһында үткәреләсәк. Шулай уҡ ҡағыҙҙы эре производство предприятиелары, бизнес, ритейл һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тапшырасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеген онлайн режимында акцияның рәсми сайтында төбәктәр рейтингы аша күҙәтергә мөмкин. Башҡортостан ҡатнашыусы төбәктәр рейтингында ҙур алға китеш күрһәтә, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 12-се урындан 5-се урынға күтәрелгән. — Әлеге ваҡытта республика ҙур төбәктәр араһында акциялар рейтингында 1-се урынды биләй. Беҙ Башҡортостанда экологик мәғарифтың һәр ваҡыт юғары кимәлдә булыуын теләйбеҙ. #БумБатл – ул икенсел сеймал йыйыу ғына түгел, ә тәбиғәткә аңлы ҡарашыбыҙ. Бындай саралар тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың мөһимлеген тәрәнерәк аңларға ярҙам итер тип ышанам", - тип һөйләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!