Республика башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме: 💉 Башҡортостанда 1 миллион 565 мең кеше грипҡа ҡаршы вакцинация эшләткән. Ғөмүмән алғанда, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика халҡының кәм тигәндә 60 проценты, йәғни 2 миллион ярым кеше прививка яһатыр, тип иҫәп тота. Уларҙың 667 меңе – балалар. 👷🏻♂️ Республикала ике яңы кадрҙар үҙәге асылды. Яңы модулле үҙәктәр Дыуан һәм Баҡалы райондарында төҙөлдө. Хәҙер Башҡортостанда 51 ошондай үҙәк халыҡты эш урындары менән тәьмин итә. 🎖️ МХО-ла ҡатнашыусы Максим Балль Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләнде. Максим – көрәш буйынса тренер, хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған. Дәүләт наградаһына яугир яраланғандарҙы яу яланынан алып сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булды. 📲 «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша республика халҡы башлыса табиптарға яҙыла, Росреестрға һәм суд приставтарына мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ граждандар был сайтта үҙ исемдәренә кредит алыуға тыйыу ҡуя. Тыйыу ғәмәлдә булғанда, банктар һәм кредит ойошмалар