Мин ғаиләлә яңғыҙ бала булып үҫтем. Бала сағымды бәхетле лә, әллә ни бәхетһеҙ ҙә тип әйтә алмайым. Һәүетемсә булды. Тик бәләкәйҙән шуны ныҡлы белә инем: атайым ғүмер буйы әсәйемде яратманы. Улар бер ҡасан да бергә ҡунаҡҡа йөрөмәне һәм ҡунаҡ саҡырманы. Үҙ-ара көлөшкәндәрен, хатта матурлап һөйләшкәндәрен дә иҫләмәйем. Атайым гел үҙ алдына, әсәйемдән айырым булды, айырым бүлмәләрҙә йоҡланылар. Шуныһы, уның бындай мөнәсәбәте миңә ҡағылманы. Ул донъялағы иң яҡшы атай ине. Әсәйемдән айырмалы, минең өсөн һәр саҡ ваҡыт таба, сәйәхәттәргә алып бара, уҡыуҙа ярҙам итә, дәрес әҙерләшә ине. Нимә теләйем алып бирҙе, ҙурая төшкәс, күпләп аҡса ла бирә ине. Уның кәңәштәре мине ғүмер буйы оҙатып килә. Уҡыу йортон тамамлауыма миңә фатир бүләк итте хатта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым күптән түгел инфаркттан вафат булып ҡалды. Минең өсөн был бик ҙур юғалтыу булды. Был хәбәрҙе ишетеп ҡайғынан башымды ла күтәрә алмай йөрөгәндә, тағы бер тетрәнеү көткән булып сыҡты. Атайымды ерләгән саҡта унда сит ҡатынды күреп ҡ
Атайҙы ерләгәндә әсәйем әсе итеп: “Ана атайыңдың мөхәббәте килгән” тине...
17 ноября 202517 ноя 2025
2 мин