Башҡортостанда транспорт һалымының түбән ставкаһы ғәмәлдә, әммә был ташлама менән намыҫлы һалым түләүселәр генә файҙалана ала. Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында аңлатыуҙарынса, 2026 йылдың 1 ғинуарына һалым бурысы ҡалһа, 2025 йыл өсөн транспорт һалымын автоматик рәүештә тулы ставка буйынса яңынан иҫәпләнә. Белгестәр асыҡлыҡ өсөн ҡеүәте 123 ат көсө булған KIA Rio автомобиле миҫалында иҫәп-хисап килтерә: бурыстар булмаған осраҡта хужа 2 460 һум түләй, ә ваҡыты үткән осраҡта сумма 4 305 һумға тиклем арта: айырма 1 845 һум тәшкил итә. Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Андрей Агапов граждандарға бурыстарҙы һалым түләүсенең шәхси кабинеты, «Физик шәхес һалымдары» мобиль ҡушымтаһы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тикшерергә тәҡдим итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты 2025 йылдың 1 декабрендә тамамлана. Ваҡытында түләү автомобиль йөрөтөүселәргә льготалы һалым түләү хоҡуғын киләһе йылда ла һаҡлап ҡалы