Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу тикшерелде. Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 14 йәштән өлкәндәрҙең 75,6 процентының берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмалары бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алыу өсөн ике канал – федераль һәм төбәк порталдары файҙаланыла. Федераль порталда түбәндәге сервистарға ихтыяж ҙур: табипҡа яҙылыу, башҡарма производство барышы тураһында мәғлүмәт һорау, ЕГРН-дан выписка алыу. Төбәк порталда – халыҡ йышыраҡ социаль, ер һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса ғаризалар бирә. Унда бөтәһе 237 хеҙмәт һәм сервис бар, шуларҙың 36-һы – бизнес өсөн. 2025 йылда республиканың Һанлы үҫеш министрлығы яңы онлайн-сервистар, шул иҫәптән “Салют” реабилитация үҙәгенә һәм психологик-медик-педагогик комиссияға яҙылыу, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн мәғлүмәт сер