Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов, биш йыл эсендә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү 70 проценттан ашыуға артҡан, тип әйтте. 2020 - 2024 йылдарҙа аҙыҡ-түлек етештереү күләме индексы 172 процент тәшкил иткән. Ә 2025 йылдың туғыҙ айында был күрһәткес 122 процентҡа еткән, уртаса Рәсәй күрһәткесе – 99,4 процент. – Ғинуар – сентябрь айҙарында тармаҡ предприятиелары дөйөм 172 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр оҙатты, – тине Рәмил Нуриәхмәтов. – 2025 йыл йомғаҡтары буйынса етештереү күләмен 230 миллиард һумға еткерергә планлаштырабыҙ. Билдәләп үтергә кәрәк, республика һөт һәм һөт продукцияһы, һыйыр ите һәм сусҡа ите буйынса үҙ ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта төбәктә үҫемлек майы эске ҡулланыуҙан һигеҙ тапҡырға, ә шәкәр ете тапҡырға күберәк етештерелә. Продукцияны эшкәртеү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй. Тармаҡтың йылдам үҫеше тәү си