Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин видеобәйләнеш тәртибендә Дыуан, Баҡалы райондарында “Рәсәй эше” модулле кадрҙар үҙәген асты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен комплекслы яңыртыу буйынса проекттың икенсе өлөшөндә ҡатнашты. Республикала эшләп килгән 69 кадрҙар үҙәгенең 51-е яңыртылған. "Былтыр кадрҙар үҙәктәре яңыртылған 12 төбәк араһында тап Башҡортостан эшһеҙ сифатында иҫәптә тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу темпы буйынса алдынғы урынды биләй, — тине Дмитрий Платыгин. – Мәшғүллек хеҙмәтенең яңы урындарын асып, беҙ шуның менән бөтә ил буйынса яңы һәм яңыртылған кадрҙар үҙәктәре селтәрен нығытабыҙ, үҫтерәбеҙ. Бөгөн кадрҙар үҙәктәре ниндәйҙер сәбәпле эшһеҙ ҡалғандарға ғына түгел, үҙ карьераһын, һөнәри үҫешен үҫтереүгә йүнәлтелгән һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Кадрҙар үҙәктәрендә эш биреүселәргә айырым иғтибар бирелә, шуның менән төбәк иҡтисады