Өфөлә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм ҙур лизинг компаниялары ҡатнашлығында үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә лизинг эшмәкәрлеге һәм уға бөгөнгө талаптар тикшерелде. Лизинг – ул ҡорамалды оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреүҙе һәм, ҡуртым хаҡын түләп бөткәс, лизинг алыусының уны хосусилаштыра алыуын маҡсат итеп ҡуйған финанс хеҙмәте. Сара барышында спикерҙар сәнәғәт лизингының төрлө мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Шул иҫәптән лизинг эшәмәкәрлегенә бәйле активтар һәм уның тармаҡтар буйынса үҙенсәлеге тураһындағы сығыштар ҙа белгестәр өсөн фәһемле ине. Дәүләт ярҙамы механизмы – лизинг ставкаларына субсидиялар биреүҙән алып Ватан ҡорамалдарына ташламалы шарттар булдырыуға тиклем – айырым иғтибар үҙәгендә булды. Лизинг биреүсе менән уны алыусы араһындағы эштә сығымдарҙы кәметеү юлдары буйынса ла тәжрибә уртаҡлашыу барҙы. Бынан тыш, сәнәғәт лизингы өлкәһендәге һанлаштырыу мәсьәләләре лә ҡаралды. 2017 йылдан алып эшләү