Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күңеле тулы йыр-моң

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы, талантлы йырсы Гөлнара Вәлиева тыуған көнөн билдәләй. Беҙ уны ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Гөлнара Вәлиева – халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булған ҡыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән Л.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президен­тының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты була, башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡа­рыусыларҙың Сибайҙа үткән XII төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсында Гран-приға лайыҡ була, Нальчик ҡалаһында вокалсылар­ҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат тип таныла. 2015 йылда Мексикала V Бөтә донъя фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә – Ҡырғыҙс­танда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы, талантлы йырсы Гөлнара Вәлиева тыуған көнөн билдәләй. Беҙ уны ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Гөлнара Вәлиева – халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булған ҡыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән Л.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президен­тының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты була, башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡа­рыусыларҙың Сибайҙа үткән XII төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсында Гран-приға лайыҡ була, Нальчик ҡалаһында вокалсылар­ҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат тип таныла. 2015 йылда Мексикала V Бөтә донъя фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә – Ҡырғыҙс­танда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә, Өфөлә IV Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайында сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Южно­уральскиҙа “Южноуральск-Зальцбург” тип исемләнгән VII халыҡ-ара музыканттар фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулай. 2015 йылда Бөрйән һандуғасы Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһай. Бынан тыш, Гөлнара Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында Рәсәйҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаған вокалсыларҙың XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 2016 йылда Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты була. 2017 йылда – “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при, Нариман Сабитов исемендәге IX музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай, Һарытауҙа вокалсыларҙың XXXI халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була. 2018 йылда Өфөлә ойошторолған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-при ҙа уға бирелә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Б. Түлегәнова исемендәге X халыҡ-ара вокалсылар конкурсының дипломанты булыуға өлгәшә. Гөлнараның яратҡан шөғөлдәре: сәйәхәт итә, йәйге ваҡытты тыуған яғында, Бөрйән районының Ҡолғана ауылында, ата-әсәһе Зиләрә менән Рәшит Вәлиевтәр янында, тәбиғәттә, еләк-емеш йыйып, бесән эшләп үткәрә. Ҡул эштәре менән мауыға, һыбай йөрөүгә әүәҫ. Гөлнара, тыуған көнөң ҡотло булһын! Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, сикһеҙ уңыштар, яңы балҡыштар һәм моң шишмәңдең һайыҡмауын теләйбеҙ. Фотолар: Гөлнара Вәлиеваның шәхси архивынан.