Башҡортостанға тағы ла 403 меңдән ашыу грипҡа ҡаршы вакцина килтереләсәк. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итте. Ул коллектив иммунизация өсөн халыҡтың 60 процентына, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка яһарға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Республикаға әленән ике миллионға яҡын вакцина, “Совигрипп”, “Флю-М”, “Ультрикс Квадри” препараттары килтерелгән дә инде. Ноябрь уртаһына ҡарата, 1,5 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан. Мотлаҡ вакцинацияға балалар, ауырлылар, 60 йәштән өлкәндәр, хроник сирле кешеләр, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль хеҙмәттәр өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, хоҡуҡ һаҡлаусылар дусар ителә. Башҡортостандың “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак әле прививка яһатырға һуң түгеллеген иҫкә төшөрҙө. "Мин хәүеф категорияһына иғтибар итергә теләр инем – улар 1 - 11-се класс уҡыусылары һәм