Милләтебеҙ ниндәй юлдан бара, ҡайһы йүнәлеш айырыуса иғтибар талап итә, нимә эшләһәк эшмәкәрлегебеҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ – “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһының төбәк этабында ҡатнашыусылар ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты. Сара Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә үтте һәм унда Ауырғазы, Архангел, Нуриман, Өфө, Благовещен, Кушнарен райондары Ҡоролтай ағзалары, шулай уҡ республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре ҡатнашты. “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында уҙғайны. Уның ҡарарына ярашлы, ҡала һәм райондарҙа төбәк стратегик сессиялары үткәреү бурысы ҡуйылған ине, йыл башынан алы ул төбәктә уҙғарылды ла инде. Командалар тәүҙә квиз-уйында ҡатнашы, тарих, мәҙәниәт темаһына арнаған һорауҙарға яуап бирҙе. Мауыҡтырығыс уйын һөҙөмтәһендә Нуриман районы командаһы иң белемле булыуҙарын иҫбат итте, ҡырмыҫҡалылар – 2-се, ә Архангел районы вәкилдәре 3-сө урынды яуланы. “Ҡоролтай 3.0" стратегик сессияһына килгәндә, сарала ҡатнашыусылар алты