Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Майор тыныс тормошта ла Ватанға хеҙмәт итергә әҙер

“Башҡортостан геройҙары” программаһының финал сараларында ҡатнашыусылар араһында Учалы районынан майор Заһир Вәлиев бар. Уның менән район етәксеһе Руслан Ғиләжетдинов үҙ сәхифәһендә яҡындан таныштырғайны. Буласаҡ хәрби 9-сы класҡа тиклем – Учалы урта мәктәбендә, артабан Башҡорт гимназияһында белем ала. Хәрби хеҙмәткә барыу теләге уны Мәскәүгә, РФ Оборона министрлығының хәрби университетына алып килә. Уны тамамалағас, Буденновск ҡалаһында хеҙмәт итә башлай, аҙағыраҡ Абхазияға йүнәлтелә. Заһир Вәлиев – Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, артабан МХО-ла ҡатнаша. Бахмут тарафындағы алыштарҙа Заһир Таһир улы ауыр яралана. Оҙайлы дауаланыу үтеп, һаулығын бер аҙ нығытҡас, майор “Башҡортостан геройҙары”нда көсөн һынап ҡарарға хәл итә. Заһир Таһир улы – өс бала атаһы. Ҡатыны Наталья ла – МХО-ла ҡатнашыусы. Бындай ҡаһарман рухлы яҡташтарыбыҙ власть органдарында булһынмы йә ойошмаларға етәкселек итһенме – бөтә ерҙә лә Ватан, халыҡ мәнфәғәттәрен алға ҡуйып эш итеүсе булырына ышаныс ҙур. Мәғлүмәт, фото:

“Башҡортостан геройҙары” программаһының финал сараларында ҡатнашыусылар араһында Учалы районынан майор Заһир Вәлиев бар. Уның менән район етәксеһе Руслан Ғиләжетдинов үҙ сәхифәһендә яҡындан таныштырғайны. Буласаҡ хәрби 9-сы класҡа тиклем – Учалы урта мәктәбендә, артабан Башҡорт гимназияһында белем ала. Хәрби хеҙмәткә барыу теләге уны Мәскәүгә, РФ Оборона министрлығының хәрби университетына алып килә. Уны тамамалағас, Буденновск ҡалаһында хеҙмәт итә башлай, аҙағыраҡ Абхазияға йүнәлтелә. Заһир Вәлиев – Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, артабан МХО-ла ҡатнаша. Бахмут тарафындағы алыштарҙа Заһир Таһир улы ауыр яралана. Оҙайлы дауаланыу үтеп, һаулығын бер аҙ нығытҡас, майор “Башҡортостан геройҙары”нда көсөн һынап ҡарарға хәл итә. Заһир Таһир улы – өс бала атаһы. Ҡатыны Наталья ла – МХО-ла ҡатнашыусы. Бындай ҡаһарман рухлы яҡташтарыбыҙ власть органдарында булһынмы йә ойошмаларға етәкселек итһенме – бөтә ерҙә лә Ватан, халыҡ мәнфәғәттәрен алға ҡуйып эш итеүсе булырына ышаныс ҙур. Мәғлүмәт, фото: vk.com/ruslangilyazetdinov; vk.com/geroi_bashkortostana