Әбйәлил районы Айғырбатҡан ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Өмөтбаеваның ҡул эштәре күптәрҙә һоҡланыу уята. Бөрйән ҡыҙы бәләкәйҙән Бибикамал өләсәһенең тирүгә һәм шәл һуғыуын күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Ауылда иң оҫта тегеүсе булған өләсәһенең үҙе теккән япмалы күлдәктәрен ҡупшы итеп кейеп йөрөүөн әле лә бөгөнгөләй хәтерләй. Шуға күрә үҙе теккән милли кейемдәрҙе лә тап өләсәһе өйрәткәнсә, уның биргән кәңәштәренә таянып башҡара. Мәктәпте тамамлағас Баймаҡ ҡалаһындағы 58–се һөнәрселек училищеһында белем ала, артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында дауам итә. Тап студент йылдарында буласаҡ ире Радмир Марс улын осрата һәм күптә үтмәй йәштәр өйләнешә. Йәш ғаилә Әбйәлилгә эшкә ҡайта. Балалар баҡсаһында байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, кинәт эштән китеп яратҡан шөғөлөнә тотона. Заказ буйынса милли кейемдәр тегә. Әммә оҫта кеше бер йүнәлештә кенә туҡталып ҡалмай. Күптән күңелендә йөрөткән бер хыялын тормошҡа ашыра ул: халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – балаҫ һуғыуға тот