Абдулла ауылының берҙәм халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында быйыл дүртенсегә майҙан тота. Ҡариҙел районында урынлашҡан һәм үҙенең бай тарихы менән дан тотҡан ауылдар бихисап күп. Унда йәшәүсе халыҡ бөгөнгө көндә лә үҙҙәренең ата-бабаларының яҙмышы, уларҙың ҡаһарманлығы, ере, теле, иле өсөн көрәшкән батырҙары, аш-һыу бешергән, балаларын тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙары, ырыу-заттын аяҡҡа баҫтырған көслө тамырҙары менән ғорурлана. Шундай ауылдарҙың береһе Уңлар ырыуы төйәгенең йәмле Йүрүҙән буйында 1834-36 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Абдулла ауылы тураһанда һүҙем. Бөгөнгө көндә Ҡараяр ауылы биләмәһенә ҡараған ауыл Бөрө өйәҙе Һунлар улусы Иҫке Аҡбүләк һәм Яҡуп ауылдары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1765 й. билдәле). 1865 йылда 63 йортта 386 кеше йәшәгән. Ул саҡта улар игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шулай уҡ 1906 йылда тимер һуғыу, таҡта ярыу эштәре менән дә шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Ысынлап та ауылдың та