Көн тәртибендә – төҙөлөштө электрон нигеҙгә күсереү 5 декабрҙә Өфөлә “Төҙөлөштә һанлаштырыу. Башҡарыу документацияһын электрон рәүештә булдырыу һәм алып барыу” тигән конференция уҙасаҡ. Ойоштороусылары – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙ-үҙен көйләүсе ойошма. Сарала төҙөлөш ойошмалары, дәүләт һәм техник заказсылар, проект ойошмалары, етештереү-техник белгестәр, баш инженерҙар ҡатнаша. Конференцияға шулай уҡ республиканың башҡарма власть органдары, Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе, Башҡортостандың Төҙөлөш тармағын һанлы трансформациялау үҙәге, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре саҡырылған. Сара Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32/2 йорт адресы буйынса Юғары уҡыу йорттары кампусында үткәреләсәк. ФЕКЕР Артем КОВШОВ, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы: “Конференцияның төп маҡсаты – власть һәм төҙөлөш блогы эшҡыуарҙарын бер майҙансыҡта йыйыу, йәнле һөйләшеү барышынд
Көн тәртибендә – төҙөлөштө электрон нигеҙгә күсереү
15 ноября 202515 ноя 2025
1 мин