БАТЫР ЕГЕТ РУХЫНА БАҒЫШЛАП “Урал” ФОК-ында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлегенә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турниры үтте. Сарала Сибай, Өфө ҡалаһы, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарынан барлығы 40-ҡа яҡын уҡсы көс һынашты. Турнир Ғәлинурҙың яҡындары ярҙамында һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ҡатнашлығында үтте. Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, грамоталар, 5, 7, 10 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктәр, махсус приздар тапшырылды. Ир-егеттәр араһынан 1-се урынды 4-се йыл рәттән еңеүсе Бөрйән уҡсыһы Сынбулат Юлбирҙин яулаһа, 2-селә Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин, 3-сөлә районыбыҙ мәргәне Салауат Юлбирҙин. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Белореттан Айгөл Ғәлиуллина иң мәргәне булһа, икенсе урынды Бөрйәндән Наилә Ишкилдина, өсөнсө урынды Учалынан Динә Вәлиева алды. Был ярыш илебеҙ тыныслығы хаҡына һәләк булған ҡаһарман ауылдашыбыҙҙы онотмау билдәһе. Б. Тимерғәлиев фотолары. "Таң" гәзитенең МАХ