Найти в Дзене

Сәлимә ханым прополислы май эшләй

Дауа аяҡ аҫтында. Бары тик белеп, үҙеңә тура килгәнен һайларға ғына кәрәк. Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко прополис менән май эшләргә оҫтарған. Уның күпселеген ул махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн әҙерләй. Шифалы май әҙерләү серен беҙгә лә һөйләп ишеттерҙе. -30 грамм прополисҡа 100 мл үҫемлек майы ҡушып, “һыу мунсаһы”да ҡайнатам (водяная баня). Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут тирәһе иретәм. Прополисы иреп бөтөргә тейеш. Шуны һөҙгәс, әҙерәк һыуытам һәм бер аҙ стрептоцид порошогын ҡушып бутайым. Был май яралар бөтәшеүенә, тән бешкәндә, тире ярылғанда ярҙам итә. Антисептик көскә эйә, ауыртыуҙы баҫа. Майҙы проблемалы урындарға һөртөргә кәрәк. Үҙемдә лә уны һынап ҡарағаным бар, - тине Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы. Һалдаттарға тип, әллә күпме һауыттарға тултырып әҙерләп тә ҡуйған уңған ханым. Яугирҙәребеҙгә шифаһы тейһен. Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.