Быйыл Башҡортостандан 250-нән ашыу предприятие хеҙмәткәрҙәре “Процестар фабрикаһы” уҡытыу-производство тренажерҙарында уҡыу үтте. Был сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағындағы компетенциялар үҙәге. Йыл башынан алып республикабыҙҙа 19 фабрика үткәрелгән. Уларҙың 16-һы производство процестары буйынса, өсәүһе офис процесына ҡарай. Унда ҡатнашыусылар һаҡсыл производсвоны ҡулланырға өйрәнә. Был иһә юғалтыуҙарҙы үҙаллы асыҡларға булышлыҡ итә, үҫеш нөктәләрен табырға ярҙам итә. - “Процестар фабрикаһы” – уҡытыу ғына түгел, үҙгәрештәрҙең реаль тәжрибәһ лә. Процестағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙең дә һөҙөмтәне күтәреүен ҡатнашыусылар үҙ күҙҙәре менән күрә. Тренерҙар булып төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары сығыш яһай, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрыны