Дүртөйлө һәм Илеш райондары махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты. Был инде һәр муниципалитет ойошторған 34-се ярҙам. Дүртөйлө районынан автомобилдәр, ағастан төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, генераторҙар, бензин бысҡылары, йылылыҡ ҡорамалдары, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан тиҫтәләгән шәхси посылкалар ингән комплекслы ярҙам менән колонна юлға сыҡты. – Оҙатылған һәр әйбер – ул йөк кенә түгел, ә беҙҙең хәстәрлек һәм ярҙамдың бер өлөшө, — тип билдәләне Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов. – Беҙҙең ярҙам яҡташтарыбыҙҙы йылытыр һәм күптән көтөлгән Еңеүҙе яҡынайтыр, тип ышанам. Гуманитар йөк әҙерләү бер көнгә лә туҡтамай. Илеш районынан ете тоннанан ашыу йөк тейәлгән конвой юлға сыҡты, ул алты төрлө йүнәлеш буйынса посылкаларҙы таратасаҡ. Яугирҙәргә ярҙамға район халҡы ике «Нива» автомобиле һәм прицеп, өс генератор, бензин бысҡыһы, буржуйкалар, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар йыя. Гуманитар ярҙам урындағы халыҡтың, ирекмәндәр штабтарының, муниципал
Бәләкәй генә посылка ла яугирҙәребеҙҙең көндәлек тормошон еңеләйтә ала
15 ноября 202515 ноя 2025
1 мин