Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған

Кисә Стәрлебаш районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, авария Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка автомобиль юлының 45-се километрында Ибраҡай һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдары араһында булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2115 автомобиленә идара иткән 76 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм ҡаршыға килгән Toyota Camry, һуңынан Audi A6 автомобиле менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-2115 водителе һәм пассажиры фажиғә урынында һәләк була. Аварияла ҡатнашҡан тағы биш кеше, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Улар балалар хәүефһеҙлеге креслолары арҡаһында иҫән ҡалған. Ваҡиға урынында Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм башҡа авария хеҙмәттәре эшләй. Һәләк булғандарҙың туғандары өсөн психологик ярҙам ойошторолған. Әле аварияның нескәлектәренә асыҡлыҡ индерелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын

Кисә Стәрлебаш районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, авария Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка автомобиль юлының 45-се километрында Ибраҡай һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдары араһында булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2115 автомобиленә идара иткән 76 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм ҡаршыға килгән Toyota Camry, һуңынан Audi A6 автомобиле менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-2115 водителе һәм пассажиры фажиғә урынында һәләк була. Аварияла ҡатнашҡан тағы биш кеше, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Улар балалар хәүефһеҙлеге креслолары арҡаһында иҫән ҡалған. Ваҡиға урынында Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм башҡа авария хеҙмәттәре эшләй. Һәләк булғандарҙың туғандары өсөн психологик ярҙам ойошторолған. Әле аварияның нескәлектәренә асыҡлыҡ индерелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: “Башинформ”