Өфөлә барған Рәсәй сәнәғәт форумында 15 төп машиналар эшләү һәм металлургия предприятие үҙҙәренең вакансиялар биржаһын асты. Форумды тантаналы асыу һәм унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Быйыл форум етештереүселәрҙе, ҡорамалдар килтереүселәр һәм технология биреүселәрҙе, шулай уҡ машиналар эшләү комплексы белгестәрен берләштерҙе. Күргәҙмәләр программаһында Рәсәйҙең 15 төбәгенән 100-гә яҡын компания ҡатнаша, уларҙың 45 проценты бындай сарала тәүләп ҡатнаша. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусылар Вакансиялар биржаһы тәҡдимдәре менән дә таныша ала, унда Өфөнөң 15 машиналар эшләү һәм металлургия предприятиелары өс меңдән ашыу әүҙем вакансияһын күрһәтә. ФЕКЕР Александр ШЕЛЬДЯЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры: “