Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауыл халҡын шатландырып

Мәләүез районының Яңы Юлдаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Был учреждение “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тап килә. Унда фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре бар. Медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау өсөн урын да бүленгән. Ололарға һәм аҙ мобилле кешеләргә пандус эшләнгән. -ФАП-та тәүге медицина ярҙамын Үрге Юлдаш ауылы кешеләре аласаҡ, унда 350-нән ашыу кеше йәшәй. Пациенттарҙы ҡабул итеү, вакцинация үткәреү, диспансеризация өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, – ти фельдшер Раушан Ишһарина. Милли проекттың маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планлаштырыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарар

Мәләүез районының Яңы Юлдаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Был учреждение “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тап килә. Унда фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре бар. Медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау өсөн урын да бүленгән. Ололарға һәм аҙ мобилле кешеләргә пандус эшләнгән. -ФАП-та тәүге медицина ярҙамын Үрге Юлдаш ауылы кешеләре аласаҡ, унда 350-нән ашыу кеше йәшәй. Пациенттарҙы ҡабул итеү, вакцинация үткәреү, диспансеризация өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, – ти фельдшер Раушан Ишһарина. Милли проекттың маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планлаштырыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буынса тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.