Ейәнсура районының Яңы Петровка ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы шарттарҙа эшләүе өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм эш ҡорамалдары һаҡлау бүлмәләре булдырылған. – Медицина пунктында тәүге медик-санитар ярҙамды Яңы Петровка һәм Урыҫ Үргене ауылдары халҡы аласаҡ. Барлығы – 675 кеше. Мин диспансерлаштырыу, вакцина яһатыу, тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн ауылдаштарыма яңы мөмкинлектәр тыуыуына бик шатмын, – тине тәжрибәле фельдшер Әнисә Завалихина. “Һанлы ФАП” проекты һөҙөмтәһендә ауыл халҡы һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡ. Фельдшер хәҙер дистанциянан тороп, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә, электрон рецепт яҙа, телемедицина консультацияһы үткәрә аласаҡ. "Оҙайлы һәм әүҙе