Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, Башҡортостандың төньяҡ райондарында ғына бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0...+5 градус, көньяҡ-көнсығышҡа табан -5-кә етә, көндөҙ +5...+ 10 градусҡаса йылыта. Йәкшәмбе ямғырҙар фаразлана, тора-бирә ул епшек ҡарға әйләнә. Иртән һәм көндөҙ урыны менән боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағас ботаҡтарына епшек ҡар ята, юлдарҙа тайғаҡ. Башҡортостандың көньяғында төндә яуым-төшөм көтөлмәй. Көньяҡтан иҫкән ел төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлеш ала, урыны менән киҫкен булып китә. Һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә 0...+5 градус. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Гөлгөнә Дауытова фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!