Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Инвалидтарға эш урындары арта

Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәшғүллеген арттырыу һәм эш биреүселәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостанда төрлө ярҙам саралары, шул иҫәптән эш урындарына квоталар биреү, уларҙы “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә йыһазландырыу тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. – Быйыл инвалид граждандарҙы эшкә урынлаштырған предприятиелар һаны 350-гә артҡан. Был категория халыҡты эшкә урынлаштырыу 9 643 ойошмаға бүленгән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә генә 400-ҙән ашыу инвалид эшләй. Һис шикһеҙ, ыңғай үҫеш хеҙмәт урындарын квоталау, уларҙы йыһазландырыу, инвалидтарҙы стажировкалау кеүек киң ярҙам сараларына бәйле, – тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Тәжрибә күрһәтеүенсә, инвалидтар хеҙмәт көсөнөң мөһим сығанағына әйләнгән. Уларҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү ысулдарының береһе - эш урындарына квота бүлеү. 9,1 мең эш урынына 3,5 мең компанияның квотаһы билдәлән

Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәшғүллеген арттырыу һәм эш биреүселәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостанда төрлө ярҙам саралары, шул иҫәптән эш урындарына квоталар биреү, уларҙы “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә йыһазландырыу тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. – Быйыл инвалид граждандарҙы эшкә урынлаштырған предприятиелар һаны 350-гә артҡан. Был категория халыҡты эшкә урынлаштырыу 9 643 ойошмаға бүленгән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә генә 400-ҙән ашыу инвалид эшләй. Һис шикһеҙ, ыңғай үҫеш хеҙмәт урындарын квоталау, уларҙы йыһазландырыу, инвалидтарҙы стажировкалау кеүек киң ярҙам сараларына бәйле, – тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Тәжрибә күрһәтеүенсә, инвалидтар хеҙмәт көсөнөң мөһим сығанағына әйләнгән. Уларҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү ысулдарының береһе - эш урындарына квота бүлеү. 9,1 мең эш урынына 3,5 мең компанияның квотаһы билдәләнгән, уның үтәлеше 2024 йылдан башлап 73 проценттан 84 процентҡа тиклем артҡан. Бөгөн квоталы урындарҙа 7,7 мең республика гражданы мәшғүл. Бөгөнгә эш биреүселәр квоталы урындарға өҫтәмә рәүештә 930 вакансия тәҡдим иткән. Эш биреүселәрҙе дәртләндереү өсөн предприятиеларға стажер-инвалид һәм остаздың хеҙмәт хаҡына сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт бюджеттан тыш фондтарына страховка иғәнәләре суммаһына арттырылған минималь эш хаҡы күләмендә ҡаплауға субсидия бирелә. 2025 йылда түләү айына 33,6 мең һум тәшкил итә. “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) сиктәрендә I һәм II төркөм инвалидтары, шулай уҡ инвалид хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн эш урыны булдырыуға һәм йыһазландырыуға компания 200 мең һумға тиклем субсидия аласаҡ. Бынан тыш, 2019 йылдан инвалидтарҙың йәмәғәт берләшмәләре ойошторған предприятиелар өсөн инвалидтарҙың эш урындарын һаҡлау буйынса сара тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, яңы милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла. Фото: mintrud.bashkortostan.ru.