Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кредит алыуҙан үҙ-үҙеңде тыя алаһың

Дәүләт хеҙмәттәре порталында Кредиттарҙы рәсмиләштереүгә электрон тыйыу хеҙмәте эшләй башлағандан алып Башҡортостан халҡы 518 651 ғариза яҙған. Граждандар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығынан. – Дәүләт мутлашыусыларҙың мөмкинлектәрен сикләргә һәм бер үк ваҡытта был граждандарҙың хәүефһеҙлеген арттырырға тырыша. Үҙ-үҙеңде тыйыу сервисы - банктарҙа һәм микрофинанс ойошмаларында һеҙҙең ризалыҡһыҙ кредит алыу мөмкинлеген булдырмауҙың һөҙөмтәле ысулы, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Үҙ-үҙеңде тыйыу граждандарға кредит һәм займдар алыу мөмкинлеген сикләргә мөмкинлек бирә. Тыйыу ҡуйылғандан һуң, мутлашыусылар ҙа, граждандар ҙа кредит ала алмай. Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы, Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинетында ИНН булған Бөтә Рәсәй граждандары

Дәүләт хеҙмәттәре порталында Кредиттарҙы рәсмиләштереүгә электрон тыйыу хеҙмәте эшләй башлағандан алып Башҡортостан халҡы 518 651 ғариза яҙған. Граждандар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығынан. – Дәүләт мутлашыусыларҙың мөмкинлектәрен сикләргә һәм бер үк ваҡытта был граждандарҙың хәүефһеҙлеген арттырырға тырыша. Үҙ-үҙеңде тыйыу сервисы - банктарҙа һәм микрофинанс ойошмаларында һеҙҙең ризалыҡһыҙ кредит алыу мөмкинлеген булдырмауҙың һөҙөмтәле ысулы, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Үҙ-үҙеңде тыйыу граждандарға кредит һәм займдар алыу мөмкинлеген сикләргә мөмкинлек бирә. Тыйыу ҡуйылғандан һуң, мутлашыусылар ҙа, граждандар ҙа кредит ала алмай. Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы, Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинетында ИНН булған Бөтә Рәсәй граждандары һәм сит ил кешеләре тыйыу билдәләй ала. Үҙ-үҙеңде тыйыу ипотека, белем биреү һәм автокредиттарға ҡағылмай. Уларҙы тапшырғанда алыусының шәхесен ентекле тикшерәләр, шуға күрә мутлашыу хәүефе минималь. Кредит килешеүҙәрен рәсмиләштереүгә үҙ-үҙеңде тыйыуҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында билдәләргә мөмкин. Яңы милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Нәсих Хәлисов фотоһы.