Өфө вуз-ара студенттар кампусында Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Андрей Жижин төбәктең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты. Сараны Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге ойошторҙо. Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар студенттар һәм университет командалары өсөн грант программаларының һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарын, университет стартаптарын коммерциялаштырыу мәсьәләләрен, акселераторҙарҙың һәм индустриаль партнерҙарҙың ролен, шулай уҡ интеллектуаль милек менән идара иткәндә һәм фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе ғәмәли проекттарға әйләндергәндә юғары уҡыу йорттары тап килгән ҡаршылыҡтарҙы ҡараны. Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса йәш ғалимдарға һәм стартаптарға ярҙам сараларын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. - Студенттар стартапынан ысын технологик лидер үҫә ала - бының өсөн финанслау һәм инфраструктура формаһында ярҙам ғына түгел, ә сифатлы экспертиза, бизнес-компетенцияларҙы үҫтереү, көслө команда һәм баҙарҙы тәрән аңлау ҙа