Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Күптән түгел урам сатында һөйләшеп торғанда ике йорт аша йәшәгән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Фәриҙә апай, уларҙы күрмәмешкә һалышып, әйләнеп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күрә алмайым ошо ҡыҙҙы!” - тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы. Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатындан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән. ...Алина менән Руслан бәләкәйҙән күршеләр булып, бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә, бөтә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәктәпте тамамлағас
Күрше ҡыҙ яҙған хат арҡаһында берҙән-бер улын юғалтҡан
14 ноября 202514 ноя 2025
2 мин