Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Һөйөүебеҙ барыһына ла етерлек”

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы итеп иғлан ителгән 2024 йыл артта ҡалһа ла, унда ҡуйылған бурыстар әүәлгесә көн үҙәгендә. Был тағы ла бер ҡат беҙгә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаилә, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙың ҡағылғыһыҙ йүнәлештәр икәнен раҫлай. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара. Федоровка районының Михайловка ауылында ғәжәп уңған, киң күңелле кешеләр йәшәй. Уларҙың береһе, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған Марина һәм Сергей Полетаевтар ғаиләһе, ысынлап та, маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә 2011 йылда үҙҙәренең йылы ҡосағына етем ете баланы һыйындыра. Уларҙың иркен йортонда һәр кемгә урын да, хәстәрлек тә, ярҙам да етерлек. Йорт хужаһы Сергей Иванович ғаиләнең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә, ул тәүлект

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы итеп иғлан ителгән 2024 йыл артта ҡалһа ла, унда ҡуйылған бурыстар әүәлгесә көн үҙәгендә. Был тағы ла бер ҡат беҙгә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаилә, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙың ҡағылғыһыҙ йүнәлештәр икәнен раҫлай. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара. Федоровка районының Михайловка ауылында ғәжәп уңған, киң күңелле кешеләр йәшәй. Уларҙың береһе, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған Марина һәм Сергей Полетаевтар ғаиләһе, ысынлап та, маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә 2011 йылда үҙҙәренең йылы ҡосағына етем ете баланы һыйындыра. Уларҙың иркен йортонда һәр кемгә урын да, хәстәрлек тә, ярҙам да етерлек. Йорт хужаһы Сергей Иванович ғаиләнең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә, ул тәүлектең теләгән ваҡытында ярҙамға килергә әҙер. Атай улдарын ысын ир-ат һөнәрҙәренә, хеҙмәт күнекмәләренә өйрәтә, бергәләп техника ремонтлайҙар, мал-тыуар тәрбиәләйҙәр. Марина Александровна – оло ғаиләнең тынғыһыҙ йөрәге. Ул ҡул эштәренә, аш-һыу әҙерләүгә оҫта хужабикә. Хатта ирекмәнлек менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ҡышҡыһын махсус хәрби операцияла ҡаташыусылар өсөн матрас япмалары, толстовкалар тегә, хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек әҙерләп ебәреүҙә ҡатнаша. Был татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар берҙәм команданы хәтерләтә. Ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләй, бәйләү менән шөғөлләнә. Балаларҙың барыһы ла мәктәп һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, ижад итә, спорт менән мауыға. Улар иң ауыр мәлдә бер-береһенә ярҙамға килергә, мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер. Полетаевтарҙың тәрбиәгә алған Данил исемле улдары бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Егет Жуков миҙалы менән наградланған, ғаилә ағзалары яугирҙең батырлығы менән хаҡлы ғорурлана. Һөйөү, хеҙмәт һәм бер-береңә ҡарата хөрмәт ғаиләнең нигеҙен нығыта һәм балаларҙың һәр береһенә ысын кеше булып үҫергә ярҙам итә. Ошондай күп балалы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә һәм патронатҡа алған ғаиләләр беҙҙә айырыуса хәстәрлек һәм иғтибар менән солғанған. 2025 йылдың 1 июненән Башҡортостанда балаларҙы тәрбиәгә һәм патронатҡа алған ғаиләләргә түләүҙәр арттырылды. Пособиелар күләме, республика закондарына төҙәтмәләр индереү һөҙөмтәһендә, 16,6 процентҡа арттырылды. Хәҙер өс йәшкә тиклем балаға айына 10 855 һум, өс йәштән өлкән балаға 10 439 һум түләнә. Инвалид йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән өс йәштән өлкәнерәк балаға ай һайын 12 526 һум аҡса тейеш. Башҡортостанда бала тыуған һәр ғаилә, матди хәленең нисек булыуына һәм балалар һанына ҡарамай, дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалылар, аҙ тәьмин ителгәндәр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өҫтәмә финанс ярҙамына эйә. Берҙәмлек, татыулыҡ хакимлыҡ иткән ишле ғаиләләрҙең артыуы беҙҙә нығынған ғәҙәти күренеш. Хәҙер уларҙың һаны республикала 59 меңдән ашыу инде. Барлыҡ ғаиләләр ҙә төрлө дәүләт ярҙамы сараларынан файҙалана. Ҡайһы бер күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өҫтәмә ярҙам сараларына хоҡуҡлы. Мәҫәлән, дүрт балалы ғаилә ай һайын 1557 һум, ә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә 2076 һум күләмендә түләү ала. Былтыр 11 323 ғаиләгә ошондай түләүҙәр күсерелде. Бынан тыш, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә айлыҡ сығымдарҙы компенсациялау ҡаралған. Ауыл ерендә йәшәүсе дүрт һәм унан да күберәк балалы ғаилә өсөн сығымдар тулыһынса ҡаплатыла. Ә бына ҡайһы бер ғаиләләр өсөн килем кимәленә бәйле булмаған социаль яҡлау саралары ҡаралған. 23 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр бирелеүсе 622,8 мең һум күләмендә аҡсалата пособие түләнә. Былтыр республикала 29 ғаилә ошо ярҙамдан файҙаланды. Алдағы йылдарҙа ла хәл итәһе бурыстар кәмемәйәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Ғаилә”, “Йәштәр һәм балалар”, "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекттарының демография өлкәһендә һынылыш яһаясағына ышаныс бағлап, илдә бөтә күләмле пландарҙың кеше именлеге, Рәсәй ғаиләләренең тормош кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу хаҡына эшләргә тейешлеген белдерҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Рәсәйҙең уңышлы киләсәге, уның үҫеше өсөн беҙҙең һеҙҙең менән, рәсәйҙәрҙең, байтаҡҡа күп булыуы шарт. Һәм һүҙ бында барыһынан да элек күп балалы ғаиләләрҙе арттырыу тураһында бара. Был хаҡта бер тапҡыр ғына әйтмәнем, күп бала үҫкән ҙур ғаилә – тап шул киләсәк Рәсәйҙең өлгөһө һәм шулай булырға тейеш”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Күп балалы ғаилә – илебеҙ, милләтебеҙ йәшәйешенең нигеҙе. Бының өсөн ни эшләргә, ниндәй саралар ҡабул итергә – был да ҙур мәсьәлә. Һеҙ беләһегеҙ, республика һәм башҡа төбәктәр практикаһында уны аҡса менән генә хәл итеү тәжрибәһе лә булды. Беҙ уның эшләмәүен аңланыҡ. Минеңсә, бында йәмғиәттәге мөхиткә, күп балалы ғаиләгә ҡарата мөнәсәбәткә, бөтә структуралар эшмәкәрлеген ойоштороуға иғтибар биреү мөһим”. Динә Арыҫланова. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!