Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан дәүләт медицина университеты майҙансығында Рәсәй урологтар йәмғиәтенең «Урология практикаһының фәнни аспекттары» форумы уҙҙы. Сара 2022 йылдан алып Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Сочиҙа, Новосибирскиҙа, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Красноярскиҙа, Ставрополдә, Һарытауҙа уҙа. Быйыл уҙғарыу майҙансығы итеп Өфө һайланған. Рәсәй урологтар йәмғиәтенең форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Рәсәй урологтар йәмғиәте академигы, профессор Олег Лоран мөрәжәғәт итте. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ректоры, Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-урологы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-урологы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павлов Маскаттан (Оман) Ғәрәп урологтар ассоциацияһы конгресынан онлайн алымда сараға ҡушылды һәм Рәсәй урологтар йәмғиәте форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Валентин Павлов билдәләүенсә, бөгөн бөтә донъя берләшмәһе робот медицинаһын үҫт