Найти в Дзене

Икмәкте нисек һаҡларға?

Айырыуса студент саҡта магазиндан һатып алған икмәкте, өйгә ҡайтып еткәнсе, кимерә-кимерә атлай торғайныҡ. Шул хәтлем ас булғанбыҙмы, әллә ныҡ тәмле бешергәндәреме? Әйткәндәй, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ошо икмәк мейестән нисек сыҡҡан, шул көйөнсә һатылды. Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Ә хәҙер икмәкте нисек кенә итеп һәм ниндәй генә әйбер эсенә һалып һатмайҙар, иң киң таралғаны, әлбиттә, мешокка төрөп йәки урап һатылғаны. Һүҙ ҙә юҡ, өйгә ҡайтып ашарға ултырғас, икмәкте мешогынан сисеп, матур итеп телеп өҫтәл түренә шылдырабыҙ. Билдәле, бер буханка икмәкте бер ултырғанда ашап бөтөп булмай. Шуға күрә лә һәр кем уны үҙенсә һаҡлай, киләһендә ашармын тип. Миңә ҡалһа, ҡабаттан мешок эсенә һалһаң, ул еҫләнә һәм күгәрә, ә асыҡ ҡалдырһаң, ҡата. Ҡалған икмәкте кем нисек һаҡлай, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы? Фото: Илдар Аҡъюлов. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!