Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан – иң алдынғы бишәү иҫәбендә

Башҡортостандан 20 йәш эҙләнеүсе “УМНИК” конкурсында 500-ҙәр мең һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Инновацияларға ярҙам итеү фоныдының ошо конкурсындағы еңеү республикаға Рәсәй төбәктәре араһында еңеүселәр һаны буйынса бишенсе урынды яулау мөмкинлеге бирҙе. Шулай итеп, Башҡортостандың илдең инновация йәһәтенән иң үҫешкән төбәктәрәнең береһе булыуы раҫланды.2025 йылғы конкурс йомғаҡтарына ярашлы, илдәге 3 342 ғаризаның 500 проекты раҫлау тапты. Башҡортостан 158 ғариза биргән, шуның 20-һе еңеүсе тип табылған, йәғни күрһәткес 12,7 процент тәшкил итте. “Был конкурс 35 йәшкә тиклемге ғалимдәргә тәүге эксперименттарын һынап ҡарау, артабан уларҙы бәләкәй технологик компанияларҙа ысынға әүерелдереү мөмкинлеге бирә”, – ти Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Максим Колесников. ФЕКЕР Руслан ШӘЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың Инновацияларға ярҙам үҙәге директоры: “Һуңғы ике йылда “УМНИК”тағы беҙҙең ете еңеүсе үҙҙәренең технологик компанияларын теркәне. Быйылғы проекттар ҙа реаль коммерция

Башҡортостандан 20 йәш эҙләнеүсе “УМНИК” конкурсында 500-ҙәр мең һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Инновацияларға ярҙам итеү фоныдының ошо конкурсындағы еңеү республикаға Рәсәй төбәктәре араһында еңеүселәр һаны буйынса бишенсе урынды яулау мөмкинлеге бирҙе. Шулай итеп, Башҡортостандың илдең инновация йәһәтенән иң үҫешкән төбәктәрәнең береһе булыуы раҫланды.2025 йылғы конкурс йомғаҡтарына ярашлы, илдәге 3 342 ғаризаның 500 проекты раҫлау тапты. Башҡортостан 158 ғариза биргән, шуның 20-һе еңеүсе тип табылған, йәғни күрһәткес 12,7 процент тәшкил итте. “Был конкурс 35 йәшкә тиклемге ғалимдәргә тәүге эксперименттарын һынап ҡарау, артабан уларҙы бәләкәй технологик компанияларҙа ысынға әүерелдереү мөмкинлеге бирә”, – ти Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Максим Колесников. ФЕКЕР Руслан ШӘЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың Инновацияларға ярҙам үҙәге директоры: “Һуңғы ике йылда “УМНИК”тағы беҙҙең ете еңеүсе үҙҙәренең технологик компанияларын теркәне. Быйылғы проекттар ҙа реаль коммерция ҡеүәттәренә эйә: яман шеште иртәрәк асыҡлауҙан алып төрөү өсөн биологик яҡтан тарҡалыусы материалдарға саҡлы. Башҡортостан буйынса алғанда, “УМНИК” – ул конкурс ҡына түгел, ә киләсәте бөгөн үк тыуҙырырға әҙер булған яңы быуын инженерҙар, технологтар һәм ғалимдәр барлыҡҡа килтергән мөһим экосистема”. Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.