Сәнәғәт етештереүе юҡҡа ғына ойоштороу һәм техник йәһәттән ҡатмарлы тармаҡ булараҡ танылмаған – хатта бер үк төр продукция сығарғанда ла төрлө йүнәлештәге һәм төрлө милексенә ҡараған предприятиелар ҡатнаша. Етештереү технологияһы уларҙы бер “еп”кә теҙелергә мәжбүр итә. Замандың әүҙемләшә барған талаптарына ярашлы, һуңғы йылдарҙа улар сәнәғәт кластерҙарына берләшә һәм был яңы берәмектең шарттарына яраҡлаша. Нимә ул сәнәғәт кластеры? Етештереү, айырыуса импортты алмаштырыу өсөн үҙенә яуаплылыҡ алған предприятиеларға ярҙам итеү өсөн дәүләт айырым эш ҡоралдары булдырҙы. “Сәнәғәт кластеры” төшөнсәһен ун йыл элек “Сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы Федераль закон индергәйне. Доументтағы билдәләнеүгә ярашлы, сәнәғәт кластеры – сәнәғәт эшмәкәрлеге барышында географик яҡтан бер-береһенә яҡын булған һәм продукция етештереү ағымында үҙ-ара бәйләнгән субъекттар тупланмаһы. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, сәнәғәт кластеры – функциональ яҡтан да, үҙ-ара яҡынлығы буйынса ла бәйләнгән бер нисә компаничя. Класте