Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө университеты Малайзия менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Малайзиялағы Лангкави утрауында Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков һәм Малайзияның юғары мәғариф министры Замбри Абдул Кадир рәйеслегендә иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Малайзия хөкүмәт-ара комиссияһының ултырышы үтә. Сарала ике илдең 50-нән ашыу төп университет ректорҙары һәм ҙур ғилми институт етәкселәре ҡатнаша. Рәсәй делегацияһы составында – вуз-ара кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университетының ғилми эш буйынса проректоры Илдус Шәрәфуллин да бар. Ултырыш йомғаҡтары буйынса студенттарҙың һәм ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең академик мобиллеген киңәйтеүгә, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелгән ғилми-мәғариф хеҙмәттәшлек тураһында 39 яңы килешеү төҙөлгән. Өфө фән һәм технологиялар университеты «Парк Сабах» директорҙар советы менән «Яһалма интеллектты файҙаланып, халыҡ-ара әһәмиәттәге тотороҡло үҫеш биләмәләрендә туристик ағымды моделләштереү» мәғариф программаһын һәм берлектәге тикшеренеүҙәр программаһ

Малайзиялағы Лангкави утрауында Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков һәм Малайзияның юғары мәғариф министры Замбри Абдул Кадир рәйеслегендә иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Малайзия хөкүмәт-ара комиссияһының ултырышы үтә. Сарала ике илдең 50-нән ашыу төп университет ректорҙары һәм ҙур ғилми институт етәкселәре ҡатнаша. Рәсәй делегацияһы составында – вуз-ара кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университетының ғилми эш буйынса проректоры Илдус Шәрәфуллин да бар. Ултырыш йомғаҡтары буйынса студенттарҙың һәм ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең академик мобиллеген киңәйтеүгә, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелгән ғилми-мәғариф хеҙмәттәшлек тураһында 39 яңы килешеү төҙөлгән. Өфө фән һәм технологиялар университеты «Парк Сабах» директорҙар советы менән «Яһалма интеллектты файҙаланып, халыҡ-ара әһәмиәттәге тотороҡло үҫеш биләмәләрендә туристик ағымды моделләштереү» мәғариф программаһын һәм берлектәге тикшеренеүҙәр программаһын тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөгән. Уның сиктәрендә «Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре» ЮНЕСКО кафедраһы» халыҡ-ара ғилми-мәғариф үҙәге эшен алып бара. Комиссия эшенең һуңғы көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй вуздарының белем биреү күргәҙмәһендә күрһәтеләсәк, ул Куала-Лумпурҙа Рус йортонда үтәсәк. Белешмә Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru