“Мәктәптән һуң район үҙәгендә тегенсегә уҡыным. Шул ике йыл тормошомдағы иң матур мәл булып һаҡлана. Тик һөнәрем буйынса эш булманы, ә ҙур ҡалаға китеү мөмкинлеге юҡ ине. Оло йәштәге әсәйем, ҡустыларым янына ҡайтып, фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә төштөм. Әллә оҡшатып, әллә өйрәнеп тигәндәй, үҙем менән бергә эшләгән малсы егеткә кейәүгә сыҡтым. Ҡустыларҙың икеһе лә Себер тарафына китеп төпләнде, әсәй мәрхүмә булып ҡалды. Беҙ ирем менән әсәйҙән ҡалған донъяла тороп ҡалдыҡ. Ир тигәнемдең баштан уҡ донъя көтөргә артыҡ дәрте булманы, әллә үҙенең өйө булмағанға иҫе китмәне – белмәйем. Әлеге ваҡытта өс балабыҙ бар: 14, 11 һәм ете йәштә. Ферма ябылды, икебеҙ ҙә эшһеҙ ҡалдыҡ. Нисек кенә тырышһам да, бер төптән тартмағас, донъя емерелеп бара. Иҫкегә тейһәң, иҫ китә, тиҙәр бит. Үҙемсә, ҡош-ҡорт алып аҫраған булам, әммә хәстәрләгән ир булмағас, уларына ем еткереү үҙе бер этлек. Һуңғы йылдарҙа ирем бигерәк боҙолдо, сығып китһә, икешәр-өсәр көн эсеп, ҡайтмай йөрөй. Ҡыуһам китмәй, ҡайҙа барһын, мор