Башҡортостан микрокредит компанияһының «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән финанс ярҙамы Өфө эшҡыуарҙары Марат һәм Әлфиә Хәбибуллиндарға макраме өсөн уникаль шнур етештереү һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр эшләү буйынса бизнесты үҫтерергә ярҙам иткән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Октябрҙә алынған 1 миллион һум күләмендәге займ эшҡыуарҙарға етештереү ҡеүәтен өс бау бәйләү машинаһына тиклем киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Был етештереү күләмен өс тапҡырға арттырырға һәм баҙарҙа нығынырға мөмкинлек тыуҙыра. - Микрокредит компанияһы - бизнесҡа һығылмалы, уңайлы һәм һөҙөмтәле ярҙам тәьмин итеүсе алдынғы төбәк үҫеш институттарының береһе, - ти Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Әлфиә Хәбибуллина күптән макраме сәнғәте менән мауыға һәм сифатлы материал етешмәүенә тап була. Мәсьәләне үҙаллы хәл итеп, улар ҡорамалдар һ