Найти в Дзене

Октябрьскийҙа “Ҡояшлы” экопаркы булдырылды

Октябрьский ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни") тормошҡа ашырыу барышында яңы “Ҡояшлы” экопаркы барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтендә. Парктың төп үҙенсәлеге булып тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тора. Бурыс – инфраструктураны нескә төҙөүҙә була. Һөҙөмтәлә паркта булған ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм урындағы тәбиғи рельефты һаҡлап ҡалыу мөмкин була. “Ҡояшлы” биләмәһендә ҡарағастан йәйәүлеләр өсөн юлдар, уңайлы эскәмйәләр, балалар өсөн уйын майҙансығы һәм амфитеатр бар, унда даими рәүештә “Встречный ветер” автор йыры клубы концерттары үтә. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президе

Октябрьский ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни") тормошҡа ашырыу барышында яңы “Ҡояшлы” экопаркы барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтендә. Парктың төп үҙенсәлеге булып тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тора. Бурыс – инфраструктураны нескә төҙөүҙә була. Һөҙөмтәлә паркта булған ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм урындағы тәбиғи рельефты һаҡлап ҡалыу мөмкин була. “Ҡояшлы” биләмәһендә ҡарағастан йәйәүлеләр өсөн юлдар, уңайлы эскәмйәләр, балалар өсөн уйын майҙансығы һәм амфитеатр бар, унда даими рәүештә “Встречный ветер” автор йыры клубы концерттары үтә. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!