Хәтерләйһегеҙме, беҙ бәләкәй саҡта ололар ошондай доғалар ҙа уҡый торғайны. Иҫтә ҡалдырыуы ла анһат. Үҙегеҙгә күсереп ятлап алығыҙ. Ятһам — йә Аллаһ, торһам – иншә Аллаһ, Был ятыуҙан тора алмаһам — иман бирһен бер Аллаһ. Иман менән үтәйем, ислам менән китәйем. Хәтәр-хәтәр кистәрҙә һулым уңға әйләнһен, Телемә иман бәйләнһен. Аллаһ, Аллаһ тигәндә — ҡараңғы гүрем яҡтырһын, Сөбханаллаһ тигәндә — ожмах ишеге асылһын. Хәйерле эшкә хәрәкәт бир, ашыбыҙға бәрәкәт бир, Йәнебеҙгә тыныслыҡ бир, малыбыҙға өлөш бир. Беҙҙән борон үткәндәр, беҙҙән өмөт иткәндәр, Өс әлхәм, өс ҡолһыуалла — һауабын бирһен бер Аллаһ. Амин, Аллаһы әкбәр!!! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!