Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә - “Уҡытыусы һәм уҡыусы” күргәҙмәһе

Профсоюздар йортонда Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының ижади эштәренән торған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Профсоюз-АРТ күргәҙмә комплексында йәш рәссамдар һәм уларҙың остаздарының экспозицияһы урын алған: рәсем сәнғәте, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте. Бында төрлө йылдарҙағы эштәр йыйылған. Мәктәпте тамамлаусыларҙың станок композициялары: натюрморттар, пейзаждар, портреттар, декоратив стена панноларын да күрергә була. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө тема өҫтөндә - Бөйөк Ватан һуғышы, ғаилә, яратҡан ҡала, бала саҡ, тыуған яҡтың мәҙәниәте һәм тәбиғәте - төрлө техника ҡулланып - акварель, гуашь, пастель, картонға гравюра, майлы буяуҙар һәм япма тегеү, ҡулдан туҡыу - яһаған эштәр ҡуйылған ғәжәп күргәҙмә был. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса күргәҙмәне ҡарай алаһығыҙ. Инеү ирекле. Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-11-13/v-ufe-otkrylas-vystavka-uchitel-i-uchenik-44652

Профсоюздар йортонда Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының ижади эштәренән торған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Профсоюз-АРТ күргәҙмә комплексында йәш рәссамдар һәм уларҙың остаздарының экспозицияһы урын алған: рәсем сәнғәте, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте. Бында төрлө йылдарҙағы эштәр йыйылған. Мәктәпте тамамлаусыларҙың станок композициялары: натюрморттар, пейзаждар, портреттар, декоратив стена панноларын да күрергә була. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө тема өҫтөндә - Бөйөк Ватан һуғышы, ғаилә, яратҡан ҡала, бала саҡ, тыуған яҡтың мәҙәниәте һәм тәбиғәте - төрлө техника ҡулланып - акварель, гуашь, пастель, картонға гравюра, майлы буяуҙар һәм япма тегеү, ҡулдан туҡыу - яһаған эштәр ҡуйылған ғәжәп күргәҙмә был. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса күргәҙмәне ҡарай алаһығыҙ. Инеү ирекле. Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-11-13/v-ufe-otkrylas-vystavka-uchitel-i-uchenik-4465281 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!