Бөгөн Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, өлгәшкән уңыштары өсөн бер төркөм райондаштарыбыҙға лайыҡлы наградалар тапшырҙы. -Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлайым, район үҫешенә индергән тос өлөштәре, тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был ҡатмарлы, әммә бик мөһим эшкә яуаплы ҡараш менән улар районыбыҙҙың, тотош ауыл хужалығы тармағының киләсәген ышаныслы итә. Ветерандарҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһенән һабаҡ алып, өлкән быуындың эшен дауам итеүсе йәштәрҙең булыуына шатмын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, мул уңыш, уңайлы һауа шарттары теләйем!, тип изге теләктәрен еткерҙе Рәмил Миңлеәхмәт улы. Фотоальбом "Таң" гәзитенең МАХ-каналына ҡушылығыҙ.
Бөгөн Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Агросәнәғәт комплексы системаһында күп
13 ноября 202513 ноя 2025
~1 мин