15 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн Аҡмулла олимпиадаһы башлана. Ул федераль статусҡа эйә һәм 2025-2026 уҡыу йылына Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә инә. Олимпиадала 8-11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала, тип хәбәр итә Өфө вуз-ара кампус резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. 2026 йылда Аҡмулла олимпиадаһында еңеүселәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, илдең башҡа вуздарына ла уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар алыу мөмкинлегенә эйә. Һайлап алыу этабы 15 ноябрҙә – 9 февралдә ситтән тороп (онлайн) уҙғарыла. Олимпиада графигында һәр предмет өсөн аныҡ датаны тикшереү мөһим, сөнки уларҙың айырылыуы ихтимал. Олимпиадала ҡатнашыу һәм еңеү түбәндәге дисциплиналар буйынса өҫтәмә балдар бирә: рус теле, инглиз теле, математика, физика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, география, иҡтисад, педагогика һәм психология. - Күптән түгел география буйынса Аҡмулла олимпиа
Был олимпиада еңеүселәре уҡырға ингәндә БДИ-ға өҫтәмә балл ала
13 ноября 202513 ноя 2025
1
2 мин