Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, Малаяҙ-Үрге Ҡыйғы-Ункурда (Унҡыр) автомобиль юлының 8-се километрында 75 йәшлек водитель "Лада Нива" автомобиле менән идара иткәндә юлдан ситкә оса, түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Шулай уҡ кисә Баймаҡ районының Казанка - Әлмөхәмәт ауылында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Автомобиль шулай уҡ юлдан ситкә оса һәм түңкәрелгән. Бәхеткә күрә, водитель үҙаллы сыға алған. Ҡотҡарыусылар килеп, автомобилдең аккумуляторын ысҡындырып, әйләндереп ҡуя. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Фото: "Башинформ".