Күптән түгел “Һәнәк” журналы тәүге һаны донъя күреүгә 100 йыл тулыуын бик матур итеп билдәләне. Бындай ҙа иҫтәлекле датаны сатира-юмор эйәләре ентекле әҙерләнеп ҡаршыланы. Юбилей кисәһе үткәреп кенә ҡалманылар, “Һәнәк”тең үҙ йыйынтығын баҫтырып сығарҙылар. Бәләкәй булһа ла, тотош антология ул. Унда 100-гә яҡын авторҙың юморескаһы ингән. Унан инде ҡунаҡтар саҡырып, “Көлә-көлә “Һәнәк” килә!” баҫмаһы менән таныштырып та ҡуйҙылар. Өфөнөң нәҡ үҙәгендә урынлашҡан “Китап” нәшриәте кибетенең саралар үткәрә торған ыҡсым ғына майҙансығында “Һәнәк”тең байтаҡ дуҫы йыйылды. Бында 30 йыл буйы арымай-талмай журналды “һөйрәгән” билдәле сатирик, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, шулай уҡ баш мөхәррире вазифаһында хеҙмәт итеп киткән танылған прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, күп йылдар буйы журналдың алмаштырғыһыҙ авторҙары булған Сөләймән Латипов, Леонид Соколов, Винер Исхаҡов һәм башҡа юмор һөйөүсе заттар йыйылды. Гәзитебеҙҙең алыштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов менән беҙ