Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сергей Руденко башҡорттарҙы өйрәнгән

Башҡортостанда арҙаҡлы ғалимдар ҡатнашлығында төрлө кимәлдәге саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн "Көнсығыш Европаның, Себерҙең һәм Төньяҡ-көнсығыш Азияның археология һәм этнотарихының проблемалары" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция башланды. Сара Сергей Руденконың тыуыуына – 140 йыл һәм "Башкиры. Опыт этнологической монографии" тигән хеҙмәттең баҫылыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. Ғалимдар телендәге Руденко уҡыуҙарының тәүге көнөндә ғалимдар Өфө ҡалаһының Евразия фәнни-белем үҙәгендә йыйылды. Мәртәбәле конференцияны Башҡортостан ғилми-етештереү үҙәге һәм мәҙәни ҡомартҡылар күсмә объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу идаралығы начальнигы Данир Ғәйнуллин асып, былай тине: – Сергей Руденко, Рәсәй һәм совет археологы, антропологы, этнологы һәм гидрологы, ғалим булараҡ сит тарафтарҙа киң билдәле. Өҫтәүенә, Рус географик йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул 1906 – 1930 йылдар арауығында 14 тапҡыр экспедицияға сыҡҡан һәм 10 меңдән ашыу экспонат йыйған. Эҙәрмән һәм тын

Башҡортостанда арҙаҡлы ғалимдар ҡатнашлығында төрлө кимәлдәге саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн "Көнсығыш Европаның, Себерҙең һәм Төньяҡ-көнсығыш Азияның археология һәм этнотарихының проблемалары" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция башланды. Сара Сергей Руденконың тыуыуына – 140 йыл һәм "Башкиры. Опыт этнологической монографии" тигән хеҙмәттең баҫылыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. Ғалимдар телендәге Руденко уҡыуҙарының тәүге көнөндә ғалимдар Өфө ҡалаһының Евразия фәнни-белем үҙәгендә йыйылды. Мәртәбәле конференцияны Башҡортостан ғилми-етештереү үҙәге һәм мәҙәни ҡомартҡылар күсмә объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу идаралығы начальнигы Данир Ғәйнуллин асып, былай тине: – Сергей Руденко, Рәсәй һәм совет археологы, антропологы, этнологы һәм гидрологы, ғалим булараҡ сит тарафтарҙа киң билдәле. Өҫтәүенә, Рус географик йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул 1906 – 1930 йылдар арауығында 14 тапҡыр экспедицияға сыҡҡан һәм 10 меңдән ашыу экспонат йыйған. Эҙәрмән һәм тынғыһыҙ булыуы арҡаһында башҡорт, сыуаш, мари, мордва, мансы, хант, бүрәт, алтай халыҡтарын тәрәндән өйрәнгән. Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Ҡолбахтин сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың исеменән ҡотланы, һәр йәһәттән дә уңыштар теләне. – Бындай конференцияларҙы уҙғарырға кәрәк, уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, айырыуса тарихты өйрәнеүҙе һәм һаҡлауҙы алып ҡарағанда, уның кимәле юғары, – тине Салауат Нәзир улы. – Геосәйәси хәл-тороштоң ҡайһылай икәнен аңлап тораһығыҙ. Рәсәйҙең үҫеш йүнәлеше билдәле, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә лә уның роле бик ҙур. Санкт-Петербургтан килгән күренекле ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһының матди мәҙәни тарих институты директоры Андрей Поляков Өфөлә сығыш яһауын бәхеткә тиңләне, сараның Башҡортостанда тиккә үтмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, ә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко рус кешеһенең башҡорттарҙы өйрәнеүенә хайран ҡалды. Ҡаҙағстандан Ҡырым Алтынбәков, Ирандан Әмир Исмаил Ализаде һәм башҡа ғалимдар телмәр тотто. Конференцияның фәнни өлөшөн РФА ӨФТҮ-нең Р. Күҙәев исемендәге этнологиялар тикшеренеү институтынан Илшат Бахшиев алып барҙы. Өфөләге халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция 15 ноябрҙә тамамлана. Фото: Илдар Аҡъюлов.